Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына көрәш буйынса традицион асыҡ турнир үтте. Бында 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Яңы Ергәндән Никита Сабин һәр бер алыштарҙа еңеү яулап, лайыҡлы рәүештә 1-се урын яуланы. Ә 70 килограмға тиклем категорияла Әбеш егете Ғәли Торошев 3-сө урынға күтәрелде. Афарин! Спортсыларҙың тренеры Зиннур Әминевҡа һәм беҙҙең көрәшселәргә яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!