Кисә Туймазы районында Балтай – Туҡай автомобиль юлының өсөнсө саҡрымында фажиғәле авария теркәлде.
Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 58 йәшлек ир “Лада Калина” автомобилендә идараны юғалтып, юлдан ситкә түңкәрелә. Һөҙөмтәлә ундағы 63 йәшлек пассажир ҡатын дауаханаға алып китеп барғанда йән биргән. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ял көндәрендә автомобиль юлдарында хәрәкәт ҡырҡа арта, был иһә аварияларҙың артыуына килтерә. Шуға ла республика ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре ял һәм байрам көндәрендә көсәйтелгән режимда эшләй. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған, эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе асыҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бирә.
Юлдарығыҙ имен булһын, ялдарығыҙ файҙалы үтһен! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!