Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 16:50
Һыйыр бурҙары хөкөм ителә
Мөңрәгән, үкергән хайуандарҙың башын, тауыштары сыҡмаһын өсөн, одеял-фәлән менән ҡаплағандар.
Newsbash.ru хәбәр итеүенсә, Шишмә районында ике алыҫ туған өҫтөнән суд башлана. Улар шәхси хужалыҡтарҙан йорт хайуандарын даими урлауҙы юлға һалған. Күҙ уңдарынан һыйыр ҙа, ат та, һарыҡ-кәзә лә ситтә ҡалмаған. Тәүҙә күп итеп мал тотҡан хужаларҙы күҙәткәндәр, ә төнөн һарайҙарын һүтеп-емереп, малдарҙы ҡыуып сығарғандар.
Мөңрәгән, үкергән хайуандарҙың башын, тауыштары сыҡмаһын өсөн, одеял-фәлән менән ҡаплағандар. Аҙаҡ бурҙар малдарҙы һуйып, итен арзан хаҡҡа алыпһатарҙарға тапшырған. Бөтәһе 14 башты урлап, 730 меңлек зыян килтерәләр.
Хоҡуҡ һаҡсылары оҙаҡ ҡына уларҙың эҙенә төшә алмайҙар, сөнки әшнәләр алты район биләмәһендә эш итә. Һорау алыуҙа был ҡара эштәрен аҡсаға ныҡ мохтажлыҡ кисереүҙәре менән аңлаталар. Эшләп байыу түгел, урлашып көн итеү еңелерәк, күрәһең. Әммә ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә шул. Хәҙер уларҙы суд хөкөмө көтә.
Фото:
oceanhumora.blogspot.com
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/iyir-bur-ari-h-k-m-itel-825629/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"