Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 17:49

Һыуҡайҙарға барып, һыуҙар алып, Һалҡын һыуҙар тултырып бирәйек. Килен генә булып үтер юлдың Һуҡмаҡтарын башлап бирәйек.

Мәмбәт ауылында “Туржы ынйылары” фольклор ансамбле “Һыу юлы” йолаһын уҙғарҙы. Улар йырҙар йырлап, таҡмаҡтар әйтеп, шаяртыуҙар менән йәш киленгә һыуға юлды күрһәттеләр. Борондан көйәнтә менән һыу ташыу

Мәмбәт ауылында “Туржы ынйылары” фольклор ансамбле “Һыу юлы” йолаһын уҙғарҙы. Улар йырҙар йырлап, таҡмаҡтар әйтеп, шаяртыуҙар менән йәш киленгә һыуға юлды күрһәттеләр. Борондан көйәнтә менән һыу ташыу һәм үҙ-үҙен тотоу буйынса килендең характерын, егәрлеген билдәләгәндәр. Йола буйынса күнәктәрҙе тултырып, өйгә тиклем түкмәй-сәсмәй алып ҡайтырға кәрәк, шул ваҡытта ғаилә бәхете тулы һәм оҙайлы була. Артабан килен алып килгән һыуҙы самауырға ҡойоп ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын килен сәйенә саҡырып, уларға бүләктәр таратҡандар. Шулай итеп йәш килен тормош иптәшенең ғаиләһенә ҡабул ителә.
Мәмбәт ауылы китапханаһы
Читайте нас