Мал үрсеһен өсөн түлен ергә күмергә кәрәк. Түл күмеү йолаһын беренсе мин Бирге Яппар ауылында, 13 йәшем тулғанда, күрҙем. Етем үҫкән бала – 8 йәштә инәйҙән, 12 йәштә атайҙан ҡалып – уны-быны белмәй инем. Бер ваҡыт мал һуйғандан һуң, мине аҫрауға алған бабай малдың енес ағзаларын кеше йөрөмәй торған ергә күмеп ҡуйҙы. Шуны күреп, сәбәбен Шәһәрбаныу исемле 80-гә еткән әбейҙән һораным (яҡынса 1834 йылғы, Арғы Яппар ауылынан 16 йәшендә килен булып төшкән). Шул әбей әйтте, малдың үрсемен арттырыу өсөн ниндәй генә малды салмайһың, шулай эшләнә. Доға уҡып, енес ағзаларын йорт тирәһенә күмһәң – малың тиҙ үҫер, үрсемеартыр, сирләмәҫ, тине. Ҡош-ҡорттоң да шулай енес ағзаһы ергә күмелә. Мин был йоланы бер ваҡытта ташлағаным булманы. Ҡаҙ таҙартҡанда, енес ағзаларын йыйып, ихатаның бер еренә күмеп ҡуям. Шуға ла минең йыл һайын 20-30 ҡаҙым үрсер ине. Эре малдың да, ваҡ малдың да ағзалары алынып, шулай эшләнә. Минең, ошо йәшемә етеп, бер ваҡытта ла малым зыянлағаны булманы. Әгәр ҙә эткә бирһәң – малыңды эт-бүре ашар, ҡош-ҡортҡа бирһәң – малың сит-ятҡа китәр, малдың түле бөтәр тип әйтәләр ине. Үҙ ғүмеремдә минең мал юғалтыу бер тапҡыр ғына булды. 19-сы йылда атымды алып киттеләр. Бер ҡыҙылармеец алып киткәйне, алыҫ китә алмаған. Бирге Яппар менән Бигеш араһында атып үлтергәндәр үҙен, ат та яралы килеш 3-4 көн шунда ятҡан. Яппар кешеләре килеп әйткәс, барып бер ҡарттан салдырып, Ерекле йылғаһы буйында атымды күмдем Ни өсөндөр һуғыш гел ошо тирәлә булды, бер-ике көн торалар – ҡыҙылдар ауылды ала, ике-өс көн тора – аҡтар ала ине. Ике ҫарыҡты аҡтар ишек алдында ҫуйып ашанылар. Ошо уҡ зыян иткән кешеләремде ҡыҙылдар килеп, 227-се полк аҡма янында атып үлтерҙеләр. Төбәктә гел ҡәберлек. Әрәмәлә, Мәзин төбәгендә лә был ҡәберлектәр бик күп ине. Ул ваҡытта ике яҡтан да бик күп кеше ҡырылды. Шул хәлдән һуң, аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла малым зыян күргәне булманы. Шул Шәһәрбаныу әбей өйрәткән ырым ярҙам иткәндер тип, гел уның рухына хәйер биреп, доға ҡылдым. Ҡаҙ үҫһен өсөн ошондай ырымды өйрәткәйне: бәпкә йомортҡанан сығып кипшеренгәндән һуң, өйҙөң мейес алдын, йылы ғына урынды, таҡта менән уратып ала инем. Шул бүленгән ергә, иҙәнгә, ҙур итеп һарымһаҡ менән ай төшөрөлә. Унан ошо ерҙең ҡиблаға ҡараған өлөшөнә, сынаяҡ аҫтына ай һыҙып, һарымһаҡ менән буяп, унан шул сынаяҡҡа ем һалып, өҫтөн еүешләмәҫ өсөн берәй стакан менән ҡаплайһың. Гел шулай эшләнем. Минең бер ваҡытта ҡаҙ бәпкәләре үлгәне булманы, ҡарға алыу, күҙ тейеү тигән нимә булманы. Шул ай һыҙылған ергә “бисмиллаһир-рахманир-рахим” тип берәм-берәм бәпкәләрҙе төшөрәһең. Һыйыр быҙаулаһа ла, тәүге һөтөн һауғанда биҙрә эсенә һарымһаҡ менән ай төшөрөлә. Шунан ризыҡҡа яҙа, һөт күп була, быҙауы көслө, ғәйрәтле булып үҫә. Был “түл йыйыу”ырымын ауылда күп кешеләр белә ине. Әмирханова Бибекәй ғүмер буйы 15-20 ҡаҙ һуя ине.