Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 16:46
Сабыйын һыуыҡта тотоп язалағанға ни яза?..
Әсә сабыйын еңелсә кейемдә балконға ҡыуып сығара. Был ваҡытта урамда 16,3 градус һыуыҡ була...
Күмертау ҡалаһында бәләкәй балаһын ҡарауһыҙ ҡалдырған әсәгә хөкөм сығарылды. Был хаҡта ufa-town.ru хәбәр итә.
Быйыл февралдә ҡатын үҙенең өйөндә эсеп ултырғанда өс йәшлек улы, шаярып, уны сығырынан-сығара. Әсә сабыйына яза бирергә ҡарар итә һәм уны еңелсә кейемдә балконға ҡыуып сығара. Был ваҡытта урамда 16,3 градус һыуыҡ була.
Шорты һәм футболка ғына кейгән яланаяҡ баланы күршеләре күреп ҡалып ҡотҡара. Әсә кеше шуғаса улына иғтибар ҙа бирмәй.
Суд был ҡатынға һигеҙ мең һумлыҡ штраф һала. Аҙмы, күпме был?..
Фото: ufa-town.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Sabiyin-iui-ta-totop-yazala-an-a-ni-yaza-825677/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"