Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 06:38

ПОЕЗДА.

.

Айнур Акилов

Үҙбәкстанда апайым йәшәй. Быйыл беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы, «аҙмы-күпме ғүмерем ҡалған, күреп, ҡунаҡ булып китерһегеҙ!», – тигәс, барып күреп ҡайтырға булдыҡ.Ҡырҡ бәлә менән билет алып, поезға ултырып киттек. Унда йөрөмәгән кеше генә белмәйҙер юл ғазаптарын. Шау-шыу, ығы-зығы, береһе йырлай, береһе һөйләй, береһе эсә, береһе ҡоҫа,- тигәндәй.
Быныһы башы ғына булған икән. Илецскийгә, Казахстан сигенә барып еткәс башланды беҙҙең юл ғазаптары. Вагонға таможенниктар килеп керҙеләр ҙә, тикшерә башланылар. Сумкаларҙы, пакеттарҙы, сумаҙандарҙы ҡутарып, төйөнсөктәрҙе һүттереп, икмәктәрҙе һындырып ҡарайҙар. Төрөлгән әйберҙәрҙе бысаҡтары менән яралар. Буләккә тип алған әйберҙәребеҙҙең күркәмлеге ките. Быныһы башы ғына булған икән дә баһа, уҙебеҙҙе тикшерә башлағас башланды ҡыҙығы. Мунсала ғына сисә торған әйберҙәргә ҡәҙәр сисендереп, һәрмәп бөттөләр. Беҙҙең купела ултырған бер әбей «әстәғәрифулла тәүбә», – тип сисенмәй маташҡайны, тегенең янына ике таҙа ир килеп:
- Әбеюшкә, төшөрөп ҡалдырабыҙ хәҙер! – тигәс, бахырың ҡурҡышынан нисек сисенеп ташлағанын да һиҙмәй ҡалды. Әбейем:
- Ахырызамандыр был! Минең тәнемде мәхрүм ҡартымдан башҡа бер кемдең дә күргәне юҡ ине! – ти. Шул тиклем тикшереп нәмә эҙләйҙәрҙер, белмәйем!. Берәүһенең күҙе минең туфлиема төштө. Импортный, бейек үксәле, китер алдынан ғына ике хаҡын биреп һатып алған инем.
- Давай, каблуки снимай! – ти бит был миңә. Аптырап торғанда туфлиемды һалдырып, үксәһен алып ташланылар. Түҙҙем – түҙҙем, түҙемлегем бөттө, инде хәҙер өс сәғәт тикшерәләр, поезд ҡуҙғалырға ваҡыт, ә минең туфлием үксәһеҙ. Һикереп торҙом да, йәбештем береһенең яғаһына, мин әйтәм:
- Нимә?.. Таптығыҙмы?.. Юҡ!. Ә хәҙер нисек булған, шулай итеп ҡуйығыҙ! Мин үксәһеҙ туфли менән йөрөй алмайым! –тинем. Асыуҙан ярһып шундай ҡаты итеп әйттем, үҙҙәре юғалып ҡалдылар хатта.Эргәмдә ултырған пассажирҙар миңә ҡарап шаҡ ҡатҡандар, «Һинең өсөн ҡурҡтыҡ» –тиҙәр. Ничего, обошлось! Поезды ярты сәғәткә һуңлатып, туфлиемды ремонтлатып килтереп бирҙеләр.
Ярай, ҡуҙғалып киттек тип, тынысланып, ашап-эсеп, әҙерәк ял итергә лә өлгөрмәнек, поезд ниндәйҙер бер станцияға килеп туҡтаны. Унан форма кейгән таҙа-таҙа егеттәр килеп керҙеләр, беҙҙең янда ултырған егеткә төртөп:
-Һәр бер кешенән иллешәр һум йыйып, шәп кенә беҙгә килтер! –тинеләр. Бирәйек тә ҡотолайыҡ, моғайын башҡа һорамаҫтар, - тип, йыйып бирҙек тә, артабан киттек.
Күп тә үтмәй, тағы ла бер станса. Әпәт таҙа-таҙа егеттәр кереп аҡса йыйҙылар. Бирәһең инде йәшәйһең килһә. Әтеү бая бер егет һөйләп килде, былтыр ошонан үткәндә аҡсаһы бөткәс бирмәгән икән, тамбурға алып сығып, беләк йыуанлығы таяҡтары менән туҡмағандар. «Еле живой оставили» – ти. Ярай әле улай ғына ҡотолһаң, поездан төшөрөп, туҡмап-туҡмап, документтарыңды алып, ҡоллоҡҡа һатып китергә лә күп һорамайҙар икән. Дөрөҫтөр, дөрөҫтөр, әтеү «Жди меня» – тигән тапшырыуҙа был хаҡта әҙ һөйләмәйҙәр бит, күпме кеше хәбәрһеҙ юғала.
Элек Ташкентҡа еткәнсе бер ниндәй таможня күрмәй, йырлап, уйнап-көлөп ял итеп, туйғансы йоҡлап бара инек, коммунизм булған икән, ә хәҙер ял итергә лә өлгөмәнек, Үзбәкстан сигенә килеп еттек. Әпәт башланды: сисен, кейен, ас күрһәт. Ауыҙға хәтлем астырып, ҡолаҡ тишектәрен тикшереп (ҡалғаны тураһында һүҙ ҙә юҡ), ҡарайҙар. Йәйге ҡояшта, вагон эсендә илле градус эҫелә, тын алырға ла, һөйләшергә лә хәл бөттө – тигәндә, поезд ҡуҙғалып китте.
Ниһәйәт, килеп еттек тигәндә тағы ла бер сәйәхәт. Апайымдар ҡала ситендә үҙҙәренең йорто менән йәшәй икән. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас Кырғыҙстан границаһын яңынан бүлгәндәр, йәнәһе лә Союз ваҡытында дөрөҫ бүленмәгән. Шулай итеп бер ҡалала ике граница яһағандар, ә апайымдар Ҡырғыҙстан яғында тороп ҡалған. Ҡалаһына килеп еттек тә бит, ә беҙҙе апайымдар яғына сығармайҙар, ВИЗА – алығыҙ – тиҙәр. ВИЗА алырға тағы ла аҡса, аныһынан бигерәк сират.
Арып-талып, асығып, әлһерәп, сыҡмаған йән генә ҡалды тигәндә, апайымдарға килеп еттек тә:
- Һин нишләп Кырғыҙстанда йәшәйем тип әйтмәнең? – тибеҙ. Ул әйтә:
- Беҙҙең паспортта Үҙбәкстан гражданлығы, паспортыбыҙ ҙа шунда теркәлгән, ә йортобоҙ Кырғыҙстанда тороп ҡалды. Балаларым ҡаланың уҙәгендә йәшәйҙәр, уларға барыр өсөн дә ВИЗА кәрәк. Уны өс ай һайын яңыртып торорға, һаман аҡса һауалар. Ярай минең улым милиция начальнигы, кәрәк булһа мин уға шалтыратам да, ул килеп ала, килтереп ҡуя. Үҙең теләгән саҡта балаларға ла барып булмай, үҙгәрҙе заманалар, үзгәрҙе. Һеҙгә Башҡортостанда рәхәттер инде ул – ти. Эй, Хоҙайым, шулай булмаған ҡайҙа, етәме һуң инде үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙға. Башҡа илгә барып ҡарағас ҡына үҙ илеңдең ҡәҙерен нығыраҡ беләһең икән ул. Иҫән-һау ҡайтып етһәм Башҡортостанымдан бер ҡайҙа ла китмәйем, Аллаһы бирһә!
Читайте нас