Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 06:20

Өләсәй юғалған

-

Баймаҡ районының Моҡас ауылынан оло йәштәге ғаилә пары ейәне менән ҡырҙа йөрөгән йылҡы өйөрөн ҡарап килергә тип юллана. Машинаны тау буйында ҡалдырғандан һуң, улар бүленеп, аттарҙы эҙләп китә.
Күпмелер ваҡыттан һуң олатай менән ейән ҡайта, ә өләсәй һыуға төшкәндәй юҡ була. Үҙаллы эҙләү һөҙөмтә бирмәгәс, олатай менән ейән ашығыс ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә.
Урынға авария-ҡотҡарыу хеҙмәте йүнәлә һәм ҡотҡарыусылар тиҙ арала юғалған ҡатынды таба. Шулай итеп, ат эҙләү кеше эҙләүгә әйләнә, бәхеткә күрә, был осраҡтың аҙағы яҡшы тамамлана.
Фото: strbsu.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас