Йылайыр районынан 22 йәшлек Солтан Кәйекбирҙинде эҙләйҙәр. Эҙләү барышы башлыса Екатеринбург ҡалаһында, сөнки егет һуңғы ваҡытта унда йәшәгән. Солтан бәйләнешкә һуңғы тапҡыр 31 майҙа сыҡҡан, ә 7 июндә уны эҙләй башлағандар, тип хәбәр итә "КП-Өфө".
Егеттең яңы дуҫы барлыҡҡа килгәнлеге асыҡланған, әммә уның тураһында берәүгә лә билдәле түгел. Был хаҡта "Горообзор" баҫмаһына туғандары хәбәр иткән.
- Һуңғы тапҡыр шылтыратҡанында, ниһайәт, табышлы эш тапҡанына шатланды. Фрилансер булып урынлашып, бер көндә 10 мең һум аҡса эшләнем, тине ул. Әммә эшкә урынлаштырған дуҫ-белеше хаҡында таныштарының береһе лә белмәй, - тип аптырай туғандары.
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, иҫән-һау булһын һәм тиҙерәк яҡындары менән бәйләнешкә сыҡһын, тип теләйек.