Йәмле йәй етте, балаларға күңелле оҙайлы каникулдар башланды. Әммә шул уҡ ваҡытта үҙәккә үткән хәлдәр кәйефте боҙа: эскәмйәләр ҡутарыла, тәҙрәләр ватыла. Ауыл халҡы үҙ көсө менән булдырған уңайлыҡтар бер төн эсендә юҡ була. “Йәштәр һәр нәмәне ҡәҙерләп, һаҡсыл тотоноп, башҡаларҙың хеҙмәтен хөрмәт итеп, ауылдың йәмен боҙамаһындар ине. Атай-әсәйҙәр ошоно балаларына еткерһендәр ине”, ти байғусҡарҙар.