Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 16:32

"Бөгөн дә уның хеҙмәттәренә таянабыҙ"

Өфөлә күренекле башҡорт ғалимы, профессор Әнүәр Әсфәндиәров йәшәгән йортҡа уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды.

Бөгөн Өфөнөң А. Мөбәрәков урамында күренекле башҡорт ғалимы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфәндиәров йәшәгән йортҡа уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды.
Сарала Әнүәр Закир улының туғандары, ҡатыны Клара Миһран ҡыҙы, дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар, мәктәп уҡыусылары һәм башҡа бик күп кеше ҡатнашты. Таҡтаташ асыуҙы Башҡорт дәүләт университетының Тарих факультетын тамамлағандар ассоциацияһы Киров районы хакимәте менән берлектә ойошторған.


Йыйылған халыҡты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне.


"Әнүәр Закир улын хаҡлы рәүештә дәүер кешеһе тип әйтергә мөмкин. Уның китаптары бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Быйыл ғына ике фундаменталь хеҙмәтен — "Ауылдар тарихы" һәм "Минзәлә башҡорттары ауылдары"н ҡабаттан баҫтырып сығарҙыҡ. Шәхестең китаптары, исеме, ғилми мираҫы Башҡортостандың тарихын, фәнде үҫтереү менән айырылғыһыҙ бәйле. Бөгөн республиканың дәүләт сәйәсәте уның ижади мираҫына таянып тормошҡа ашырыла, тиергә лә була. Мемориаль таҡтаташ асыу бөйөк ғалим һәм уҡытыусы иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән бәләкәй генә аҙым булып тора. Киләсәктә Әсфәндиәров уҡыуҙарын ойоштороу, Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә уның исемен биреү һәм башҡа саралар планлаштырылған», — тине Азат Бадранов.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ватансылыҡ тәрбиәһе биреүҙә Әнүәр Әсфәндиәров хеҙмәттәренең баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләне.


"Әнүәр Закир улының ғилми тикшеренеүҙәре ентеклелеге, теүәллеге һәм сығанаҡтарға нигеҙләнеүе менән айырылып тора. Ул элек баҫылмаған бик күп документтарҙы табып, ғилми әйләнешкә индерҙе. Башҡортостан ауылдары тарихы буйынса эше мөһим ижтимағи әһәмиәткә эйә. Әнүәр Әсфәндиәровтың хеҙмәттәре аша бик күп кеше үҙ тамырҙары тураһында белде. Тарихсының, республиканан тыш, тарихи Башҡортостан ерҙәрендә башҡорт ауылдарына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе үҙләштереүе ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡоролтай үткәндәрҙе өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып бара. Беҙ милли үҙаңды тергеҙеүҙә мөһим роль уйнаған башҡорт ырыуҙары съездарын уҙғарабыҙ. Был эштә Әнүәр Әсфәндиәров тапҡан һәм баҫтырған мәғлүмәттәр бик ныҡ ярҙам итә. Тарихи мәғлүмәттәр — беҙҙең ышаныслы таянысыбыҙ, ә ҡайһы берҙә нигеҙһеҙ хәбәрҙәргә ҡаршы тороу өсөн ҡорал. Мемориаль таҡтаташ — күренекле ғалимыбыҙҙы онотмауыбыҙ билдәһе, ләкин иң мөһиме — ул әле лә көнүҙәк һәм кәрәкле хеҙмәттәрендә йәшәй", — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.


Артабан тарихсылар, шәхестең хеҙмәттәштәре, туғандары сығыш яһаны. Сара таҡтаташ алдына сәскәләр һалыу менән тамамланды.


Әнүәр Әсфәндиәров Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) тарих уҡытыусыһы була, унан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.

XVIII һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостандың сәйәси, ижтимағи-иҡтисади тарихы проблемаларын, төбәгебеҙҙең ауылдары, ҡалалары тарихын өйрәнә. Башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, кантон идаралыҡ системаһының үҙенсәлектәре, башҡорттарҙа ғаилә ҡороу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына. 1974 йылдан алып Әнүәр Әсфәндиәровтың тормошо һәм ижады Башҡорт дәүләт университеты менән өҙөлмәҫлек булып бәйләнә.


Әнүәр Закир улы 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 20-нән күберәк китап, монографиялар сығарған. Улар - Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Һамар, Силәбе һәм башҡа ҡалалар архивтарында күп йылдар тикшеренеү һөҙөмтәһе. Ун китаптан торған "Башҡортостан ауылдары тарихы" тигән хеҙмәте киң билдәле. Ғалим фән өлкәһендә юғары абруй ҡаҙана, республикала һәм унан ситтә киң танылыу яулай.


Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров - Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт, Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара һәм В.П. Бирюков исемендәге Урал премиялары лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/B-g-n-d-uni-he-m-tt-ren-tayanabi-825857/
Читайте нас