Яңылыҡтар
10 Июнь 2021, 06:15

ЯБЫҒАМ ТИҺӘҢ...

.

Разинә Зайнетдинова

Виктория – С витаминына иң бай емештәрҙән һанала.
Бөйөр менән интегеүселәргә еләк миҙгеле бөткәнсе ашарға тәҡдим ителә. Тик көнлөк норма 400 г кәм булмаҫҡа тейеш.
Бауыр ауырыуҙары булғанда, баҡса еләге диетаһын тоторға ҡушалар. Бының аҙна буйына көн һайын 1,5 кг ашарға кәрәк.
Ревматизм булғанда быуындар һыҙлауын да баҫырға ярҙам итә, сөнки составында салицил кислотаһы бар. Шулай уҡ, аҙ ҡанлылыҡ булғанда, баҡса еләге организмды тимер менән тәьмин итергә булыша.
Викторияның үҙе лә, уның япраҡтары ла матдәләр алмашыуын һәм ҡан баҫымын көйләй, йоҡоһоҙлоҡтан арындыра.
Экзема, диатез йонсотҡанда, тәндәге яралар бөтәшмәй икән, еләкте иҙеп, шул урынға һыларға кәрәк – һөҙөмтәһе көттөрмәҫ.
Матдәләр алмашыныуын тиҙләтеүе менән, артыҡ кәүҙә ауырлығынан яфаланыусыларға ла ярҙамы ҙур.
Баҡса еләге йодҡа ла бай. Шуға күрә, ЗОБ менән ауырыусыларға ашарға тәҡдим ителә.
Тик еләктең зыяны ла барлығы билдәле. Ул көслө аллерген һанала. Шуға ла, бер йәше тулмаған балаларға, аллергия менән интегеүселәргә ярамай.
Читайте нас