Яңылыҡтар
10 Июнь 2021, 06:09

ТЕГЕ ДОНЪЯЛА

.

ТЕГЕ ДОНЪЯЛА
Рәйлә Назарғолова

-Ах! Ҡасан үлдем икән? Күмеп тә ҡуйғандар! – тип, аптыраны Хәлим, тирә яғын һәрмәп ҡарағас. Аптырарлыҡ та шул. Бөтә яғы таҡтанан: аҫтында ла, ҡулын һуҙып ҡараған ине, өҫтөндә лә, стенаһы ла таҡта. Үҙе шыр-яланғас. Тамам аптырашта ҡалды, нисек үлгәнен дә хәтерләмәй. Әллә?! Әллә уны үлгән тип, тере килеш табутҡа һалып ҡуйғандармы?! Башынан мең төрлө уй үтте Хәлимдең. Яңы ғына өй һала башлаған ине, исмаһам һалып бөтөп үлмәне, ғәиләһе ни эшләр инде унан башҡа!? Бесән ваҡыты еткән, кем сабыр за, кем йыйыр? Урмандағы өй бураһын, ҡырҡҡан ағастарын ул үлгәс урлап бөтөрҙөрме икән? Ҡатыны, алма кеүек ҡатыны ни эшләр? Үҙҙәрен теҙгендә тота алмаған ир-ат күҙ һала башлар инде, былай ҙа йәшереп кенә күҙ ташлаусылар бар ине. Шул уйынан һуң урынынан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, башы таҡтаға бәрелде. Ҡайҙандыр яҡтылыҡ күҙгә салынғандай булды. Ниндәй яҡтылыҡ был. Клиник үлем кисергәндә кешеләргә яҡтылыҡ күренә икән, тип һөйләйҙәр ине. Ул ҡулдары менән шул яҡтылыҡҡа табан ынтылды ла, йығылып төштө.
Бөттө! – тип уйланы ул, тамуҡҡа киттем! Ниңә тик кенә ятманым икән инде! Ятҡан ере еүеш, инанғыс. Өшөй башлағас, тағы башын күтәрҙе, тағы ла ҡайҙандыр яҡтылыҡ һирпелгәнен күреп, шатланып китте. Яй ғына торҙо ла, тубыҡланып шунда ынтылды. Ҡулы быялаға бәрелде. Ул яҡыныраҡ барҙы. Үҙе: Ҡара әле, тәҙрәһе лә бар, табутта ла тороп йөрөп буламы икән, тип уйлай-уйлай яҡыныраҡ килеп тәҙрәһенән ҡараны. Тышта бағана башындағы фонарьҙән тоноҡ ҡына яҡтылыҡ төшә, тирә-яҡта кәртәләр, йорт-ҡуралар күҙгә салынды. Ах! Бында ла тормоштағы шикелле донъя көтәләр икән, тип тамам аптырашта ҡалды.
Шул саҡ “гөлп” итеп, бөтә донъя яҡтырҙы. Ул күҙҙәре ҡамашып, тертләп китте. Әллә ожмахҡа күсерергә итәләрме? – тип, уйлап та өлгөрмәне, ҡатынының:
-Хәлим! Хәлим! – тип ҡысҡырған тауышын ишетеп: был ҡатындан бында ла тынғылыҡ юҡ,- тип уйлаһа ла, шатланып китте.
Былай булғас бәлки теремендер, үлмәгәнмендер, төш кенә күрәмдер тип, тирә-яғына ҡаранды.
Бәй, улар торған йорттоң мунсаһы бит был. Яңыраҡ, ауылдан килгәс, ваҡытлыса йәшәр өсөн килешеү буйынса ошонда күсенгәндәр ине. Бәләкәй генә, тәпәш булһа ла мунсаһы ла бар тип, шатланғандар ине. Ә ни эшләп бында ята һуң ул? Бер үҙе? Ул да булмай, ҡатыны килеп инде:
- Ни эшләп ятаһың бында? Эҙләмәгән ерем ҡалманы? Солан ишеге шар асыҡ
булғанға ғына күҙ һалған инем, бында ята?! Тор! Кейен! Әйҙә өйгә ҡайт! – тип үҙ хәбәрен теҙҙе. Хәлим шунда ғына үҙенең бында нисек килеп ятҡанын аңланы.
Улар урманға барып, ағас киҫеп ҡайтҡандар ине. Өйгә кереп ашанылар. Ҡатыны мунса яҡтым, хәҙер мунсаға барабыҙ! – тигәс, өмәселәрҙе оҙатты ла, мунсаға китте. Ҡатыны был ваҡытта һыйыр һауырға сыҡҡан ине. Ул, ҡатыны килгәнен көттө, көнө буйы эшләп арыған, ашап та алғас тән ауырайған, йылыға кергәс бөтөнләй эреп китеп, саҡ ҡына ятып торорға булды. Ләүкәгә ятҡан килеш йоҡлап та китте.
Ҡатыны, һыйыр һауып ингәс, ирен ҡысҡырып эҙләп ҡараны, тапманы. Өмәселәрҙе оҙатып киткәндер тип, туҡталышҡа ла барып килде, юҡ, күренмәй. Һарай тирәһендә лә, гаражда ла юҡ. Һарайға, мунсаға үткәрелгән розетканы ла тартып алды. Өйгә инеп һауыт-һабаны йыйыштырҙы, иҙәнен йыуҙы. Юҡ! Хәлим һаман ҡайтманы! Апырағас тирә-яҡты яҡтыртып, һарай менән мунсаның розеткаһын тығып, тағын тышҡа сыҡты. Һарай тирәһендә юҡ. Туҡта! Мунсаның солан ишеге асыҡ тора бит, ҡурҡа-ҡурҡа яҡын килеп ҡараны: Хәлимдең кейемдәре эленеп тора. Әллә?.. Әллә мунсала үлеп ятамы икән? - тигән ҡот осҡос уйҙар үтте уның башынан. Шөрләһә лә эске ишекте асып ҡарарға батырсылыҡ итте. Ә ире һап-һау, йоҡлап ята.
- Ҡото алдың бит! Һине үлеп ятамы тип ҡурҡтым!- тип ҡатыны үҙ һуҙҙәрен теҙҙе.
- Үлгәйнем шул! Дөм ҡараңғы, еүеш, тирә-яҡты һәрмәп ҡарайым, бөтә яҡта таҡта,
ниңә утты һүндерҙең! – тип үпкәһен белдерһә лә, әле генә башында уралған ҡот осҡос уйҙарҙың ысынбарлыҡ түгеллегенә, ҡатыны ирен табыуына шатланып, ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр.
Читайте нас