Яңылыҡтар
10 Июнь 2021, 05:45

Льготалы ипотека программаһын бер йылға – 2022 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтыу мөһим

#владимирпутин..

Был турала ил Президенты Владимир Путин белдерҙе. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, кризисҡа ҡаршы программа ваҡытлыса ҡабул ителһә лә, уны ябырға иртәрәк.
Владимир Путин льготалы ипотека ставкаһын 7 процент, ә иң ҙур кредит суммаһын һәр төбәккә бер тиң – 3 миллион һум күләмендә билдәләргә тәҡдим иткән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы төҙөлгән торлаҡ алыу өсөн льготалы ипотека 6 ярым процент ставка менән бер йыл элек раҫланғайны. Башҡортостанда льготалы шарттарҙа кредитты 6 миллион һум күләмендә алырға мөмкин.
Гөлдәриә Йосопова
Читайте нас