Быйылғы яҙ һәм йәй ҡоро тороу сәбәпле йылға-шишмәләрҙә һыу кәмей, ҡырҙа үләндәр, хатта баҡса ағас-ҡыуаҡтары ла ҡорой башланы. Ошоға бәйле Юлбарыҫ ауылы халҡы Ерәнағас йылғаһы буйына Ямғыр теләү йолаһын уҙғарыуға йыйылды.
Олоһо ла, кесеһе лә боронғо йолаларҙы үтәп, ямғыр теләп, һыу һибеште. Аҙаҡ бөтәһе лә хуш еҫле тәмле сәй эсеп алды.
Юлбарыҫ ауылы китапханаһы