Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Рәсәйҙә 80 меңдән ашыу бал ҡорто ғаиләһенең ҡырылыуы күҙәтелде. Осраҡ илдең 30-лап төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла теркәлде. Бөгөн иһә республиканың көньяҡ райондарында парһыҙ ебәк күбәләген ағыулауҙан бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы күҙәтелә. Умартасылар зыян күләмен иҫәпләй.