Яңылыҡтар
9 Июнь 2021, 15:21

Үле кәүҙәне генә сығаралар...

31 йәшлек ир һыуға батҡан. Асыҡланыуынса...

8 июндә Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылындағы күлдә 31 йәшлек ир батып үлгән. Аяныслы ваҡиға тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.
Ирҙең батыуына шаһит булған кешеләрҙән хәбәр алғас та ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килеп етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күл төбөнән үле кәүҙәне генә сығарырға тура килә уларға. Һәләк булған кеше 1990 йылғы, әйтеүҙәренсә, ул иҫерек булған. Мәйет хоҡуҡ һаҡсыларына тапшырылған.
Йылға-күлдәрҙә бәхетһеҙлеккә, фажиғәгә тарымаҫ өсөн төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен - тәғәйен пляждарға ғына йөрөргә, таныш булмаған һыу ятҡылыҡтарында төпкә суммаҫҡа, ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәҫкә, яңғыҙ-ярым һәм эскән килеш һыуға төшмәҫкә - мотлаҡ үтәргә кәрәк, тип йәнә иҫкәртә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.
Фото: news-r.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас