Яңылыҡтар
9 Июнь 2021, 16:56

"Балам менән осрашыуҙан ҡурҡып йәшәнем..."

– Әсәйем ҡайтыр, ишекте асып инер, үҙен ҡосаҡлап алырмын тип күҙ алдына килтереп хыяллана инем. Ләкин...

Бынан 20 йыл элек Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылынан Гөлназ исемле ҡатын ғаиләһен ташлап, икенсе яҡҡа сығып киткән. Сабыйы атаһы тәрбиәһендә тороп ҡалған, тик ун йылдан һуң ир ҙә вафат булған.
Баланы өләсәһе тәрбиәләп үҫтерә. Илмир әсәһе ҡайтыр тип көтә, тик юҡҡа ғына. Ахырҙа йылдар үткәс егет ярҙам һорап “Беренсе канал”ға мөрәжәғәт итә.
“Бәләкәй саҡтан әсәйемде күрергә теләнем. Ул килер, ишекте асып инер, үҙен ҡосаҡлап алырмын тип күҙ алдына килтереп хыяллана инем”, – тип уй-теләге, хәтирәләре менән уртаҡлашҡан Илмир Ғилметдинов.
39 йәшлек Гөлназ Исмәғилеваны табыуға өлгәшкәндәр. Ҡатын күҙ йәштәрен түгеп, тубыҡланып, улынан ғәфү үтенергә тотонған.
“Һәр көн кис ятаһың, балаң өсөн доғалар уҡыйһың... Мин бит улымдың үҙемде нисек ҡабул итерен белмәнем. Һәр кешенең башҡаларҙан йәшергән, хәүефләнгән нәмәһе бар, мин дә балам менән осрашыуҙан ғүмер буйы ҡурҡып йәшәнем”, – тине тапшырыуҙа Гөлназ.
Ҡатын һөйләүенсә, Илмирҙың атаһы менән танышҡанда уға 15 йәш булған. Улар дуҫлашып йөрөй, артабан ҡыҙ ауырға ҡала, һәм никах уҡыталар. Иренең туғандары, бала сит кешенән, Гөлназ йортто тартып алырға ниәтләй, тип уйлай. Йәш ҡатындың атаһы ла ҡаршы була: баланан баш тартырға ҡуша, һиңә уҡырға кәрәк, ти. Гөлназ бәпәйен бирергә теләмәй, шулай ҙа мәжбүр итәләр: күҙ йәштәрен түгә-түгә сабыйынан баш тарта. Был ваҡиғанан һуң ул Өфөгә сығып китә, икенсе иргә сыға, әммә айырылышалар. Хоҙай Тәғәләнең хөкөмөлөр, күрәһең: ҡатындың башҡа балаһы булмай. Әле һаҡсы булып эшләй, бер ир менән өйҙәш булып йәшәй.
Тапшырыуҙа әсә менән ул артабан аралашыуҙы дауам итергә килешкән. Уларҙың барыһы ла яҡшы булһын тип теләргә ҡала.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: mkset.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас