Яңылыҡтар
9 Июнь 2021, 06:56

Һаҡ булығыҙ, етди хәүеф – тирәк мамығы!

-

Ағастан ҡойолған ап-аҡ мамыҡ бәлә килтереүе ихтимал. Һуңғы көндәрҙә Өфөлә уға ут тоҡаныуы осраҡтары йыш күҙәтелә.
Дим биҫтәһенең «Сәләмәт хеҙмәт» баҡсасылар ширҡәтенә ҡараған Үҙәк урамда кисә янғын сыҡҡан. Ап-аҡ ҡар һымаҡ яуған тирәк мамығын ут ялмаған. Ҡотҡарыусылар ваҡытында килеп етеп уны һүндереп өлгөргән.
Өйҙә булмаһам, донъя юҡҡа сыға ине, ти йорт хужаһы. Ҡыҙыл әтәскә ҡаршы күнәкләп һыу ташырға тура килгән. Махсус хеҙмәттәр ҡырҡ метрға еткән бер нисә тирәктең ботаҡтарын ике аҙна элек бысып киткән. Әммә файҙаһыҙ. Бында юл буйлап тотош посадка тирәк ағасынан. Ширҡәттә алтмыш йылға яҡын йәшәүсе Марат Әбделсаттаров элек уларҙы ултыртыуҙа ҡатнашҡан.
Ширҡәт менән оло юл араһында үҫкән ағастар бында йәшәүселәр өсөн оло бәләгә әйләнгән. Ут сығыу, йорттарға тирәктәр йә уларҙың ҙур ботаҡтары һынып төшөү ҡурҡынысынан тыш, сәләмәтлеккә лә зыян. Тирәк мамығына аллерГия ла йонсота.
Кислород сығанағы булған был ағастарға яҡынса алтмыш йәш. Уларҙы ваҡытында киҫеп, ҡарап торғанда бындай хәл килеп тыумаҫ ине, ти ширҡәтселәр. Улар Дим биҫтәһе һәм баш ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп ҡараған.
Бер тирәкте бысыу егерме мең һум тирәһе тора, тип белдерәләр хакимиәттән. Һауаға олғашып үҫкән тирәктәрҙе киҫер өсөн бейек кран һәм башҡа кәрәк-яраҡтар талап ителә. Еп-еңел мамыҡ тыуҙырған ауыр мәсьәләне сисеүҙе көтөргә ҡала. Сөнки һуңғы көндәрҙә Өфөлә тирәк мамығы арҡаһында янғын осраҡтары йыш теркәлә.
Автор:Рәмилә Исмәғилева.
Читайте нас