Яңылыҡтар
9 Июнь 2021, 17:57

1-се Мырҙа ауылы халҡы ямғыр теләргә сыҡты

Оҙайлы ҡоро көндәр тороу сәбәпле, Түшауылда олоһо ла, кесеһе лә ямғыр теләү йолаһын уҙғарыу өсөн Һәйет тауының итәгенә йыйылды. Улар ауылдың имам-хатибы Вәкил Сабитов башлығында бергәләп ямғыр теләп доға ҡылды. Ҡоҙоҡ янында хуш еҫле самауыр сәйен эсеп, балаларға төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Күптән көтөлгән шифалы, бәрәкәтле ямғырҙар яуһын, изге теләктәр ҡабул булһын!

1-се Мырҙа ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас