Яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 08:32

Талҡаҫ күле төбөнән – хәтәр табыш...

Эш барышында водолаздар күл төбөнән тутығып бөткән, ылымыҡ менән ҡапланған ҙур тимер ҡоролманы килтереп сығара...

Һыу инеү миҙгеле алдынан тәбиғәт һаҡсылары Баймаҡ районының хозур тәбиғәт мөйөштәренең береһе булған Талҡаҫ күленең төбөн ылымыҡ һәм башҡа сүп-сарҙан таҙаларға ҡарар итә. Был эш барышында водолаздар күл төбөнән тутығып бөткән, ылымыҡ менән ҡапланған ҙур тимер ҡоролманы - "беседканы" килтереп сығарғас, күптәр хайран ҡала: ул нисек унда эләкте икән?
“Кешеләр, аҡыллыраҡ, аңлыраҡ булһағыҙсы! Тәбиғәтебеҙҙе бысратмағыҙ!” – тип мөрәжәғәт итте экоәүҙемселәр.
Былтырғы эҫе йәйҙә Талҡаҫ ярҙары халыҡ менән шығырым тулы булды. Әммә шуныһы күңелде ҡырҙы: күптәр күл ярына автомобиль менән үтеп, шунда уҡ машиналарын йыуҙы, үҙҙәре артынан өйөм-өйөм сүп-сар ҡалдырҙы. Ә бит шул күлгә шул уҡ кешеләр быйыл да киләсәк, үҙҙәре лә, балалары ла һыу инәсәк. Ҡасан беҙ ял итеү мәҙәниәтенә өйрәнербеҙ икән?
Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/myufa
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас