Яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 08:29

“Өслө” өсөн ҡурҡтымы икән?

Үҫмер тураһында өсөнсө көн бер хәбәр юҡ.

Өфөлә өсөнсө көн 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләйҙәр. Алмаз Нуриев 3 июндә өйөнән сығып киткән һәм ошоға тиклем уның тураһында бер нимә лә билдәле түгел.
Алмаздың ата-әсәһе ныҡ ҡайғыра һәм үҙҙәренә урын таба алмай. Егет уҡырға тип сығып киткән һәм ҡайтмаған. Тик ул колледжға ла барып етмәгән. Төркөмө старостаһына үҙен насар тойоуо тураһында хәбәр иткән. Алмаздың яҡындары әйтеүе буйынса үҫмер “өслө” алғаны өсөн бик ҡайғырған. Ул ата-әсәһенә уҡыуҙы тик “дүрт” һәм “бишле” билдәләренә генә тамамларға һүҙ биргән булған. Тик рус теленән имтиханды “өскә” тапшырған.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса егетте Башҡорт дәүләт университетының Свердлов урамында урынлашҡан ятаҡ янында күргәндәр. Әле был мәғлүмәтте тикшерәләр.
Алмаздың билдәләре: буйы 175 см, күҙҙәре көрән, ҡыҫҡаҡ сәсе көрән төҫтә. Юғалған көндө күк төҫтәге джинсы, ҡара-зәңгәр куртка, аҡлы-ҡаралы кроссовки, ҡара кепка кейгән. Муйынында көмөш сылбыры бар, унда ай формаһында йәшел ташлы кулон да тағылған.
Егетте күрһәгеҙ 8(917)799-75-45 телефонына хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас