Яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 08:35

Егеттәр, көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!

Реалити-шоуҙа ҡатнашыу өсөн кастинг иғлан ителде. Башҡорт телендә иркен аралашҡан, 20 – 28 йәшлек егеттәр проектта үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Бының өсөн...

Мәғлүм булыуынса, июль айында иң шәп башҡорт егеттәре ҡатнашлығында “7 Егет” реалити-шоуҙы төшөрә башлайҙар. Ул Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында үтә. Әле унда ҡатнашыусыларҙы һайлау иғлан ителде.
2019 йылда халыҡ кәсептәрен үҫтереү һәм киңерәк таратыу маҡсатында ойошторолған “7 Егет” телевизион проекты күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иң сағыу тапшырыуҙарының береһенә әүерелгән реалити-шоу ҡыҫҡа ваҡытта Башҡортостанда ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә танылыу һәм тамашасы һөйөүен яулап өлгөрҙө. Проект йәмғиәттә ир-егеттәр абруйын күтәреү, халыҡ кәсептәрен пропагандалауға йүнәлтелгән.
Халҡыбыҙҙа “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл киң билдәле. Ысынлап та, хәҙерге заманда үҙен ысын ир-егет тип һанаған кеше нимә эшләй белергә тейеш? Проектта ҡатнашыусылар ике аҙна эсендә халыҡ кәсептәрен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Реалити-шоу барышында егеттәр ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ, туҙ һыҙырыу, бура бурау, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын - ҡурайҙы һәм ҡумыҙҙы яһау, быйма баҫыу, сыбыртҡы ишеү, бесән эшләү кеүек кәсептәрҙең серҙәренә төшөнә. Бынан тыш, ҡатнашыусылар үҙҙәрен ғәҙәти булмаған мөхиттә һынап ҡарай: был ниндәйҙер кимәлдә тормош мәктәбе. Егеттәрҙең иң көслөһө һәм етеҙе генә проекттың төп бүләге – башҡорт тоҡомло атҡа эйә була. Беренсе миҙгелдең еңеүсеһе тип Әбйәлил районы егете Салауат Хафизов билдәләнһә, икенсе миҙгелдә уңыш Белореттан Ғәҙел Дәүләтовҡа йылмайҙы.
Быйыл да Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “7 Егет” проектының өсөнсө миҙгеле башлана. Әлеге мәлдә тапшырыуҙы ойоштороуға әҙерлек бара. Реалити-шоуҙа ҡатнашыу өсөн кастинг иғлан ителде. Башҡорт телендә иркен аралашҡан, 20 – 28 йәшлек егеттәр проектта үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Төшөрөү 12 – 25 июлдә республикабыҙҙың иң гүзәл мөйөштәрендә – Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондарында үтә.
Тапшырыу “БСТ” һәм “Ҡурай” каналдарында сентябрҙә эфирҙа сыға. Телевизор ҡараусылар яратҡан ҡатнашыусы өсөн телеканалдың рәсми сәхифәһендә ойошторолған онлайн-тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. Иң күп тауыш йыйған егет “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһына лайыҡ була.
Проект еңеүселәрен билдәләү – Яңы йыл төнөндә эфирға сыҡҡан “Егеттәр балында” үтә. Шоу-программала реалити-шоуҙың төп геройҙары менән бергә уларҙы төрлө һөнәрҙәргә өйрәткән оҫталар, билдәле йырсылар, сәнғәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар ҡатнаша. Программа тамашасыларға Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Яңы йыл төнөндә күрһәтеләсәк.
Мәғлүмәт өсөн телефондар:
8(347)262-87-00 (д.к. 475);
Эл. почта.: kuraitv@mail.ru;
450015, Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1.
Фото: “7 Егет” проектын ойоштороусыларҙан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас