Өфө районынан 20 йәшлек Илдар Сиражев Сверловск өлкәһендә хеҙмәт иткән була. Экс-командир хеҙмәт квалификацияһы булмаған һалдаттарға штаб автомобилен 220 вольтлыҡ розеткалар менән ҡорамалландырырға ҡуша...
2019 йылдың 24 июлендә һалдаттар сафҡа теҙелергә сыға, ә араларында Илдар булмай. Бер аҙҙан уны иҫһеҙ табалар: ток һуҡҡан. Һалдатты госпиталгә алып барһалар ҙа, табиптар уны ҡотҡара алмай. Был хәлдә командирҙы Рәсәй Енәйәт кодексының 293-сө статьяһы буйынса (“Һаҡһыҙлыҡ сәбәпле кеше үлеменә килтереү”) ғәйепле тип табып, ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итәләр.
Илдарҙың туғандары рухи зыянды ҡаплатыу өсөн Рәсәй Оборона министрлығын, Рәсәй Финанс министрлығын һәм хәрби часты судҡа бирә. Әммә Оборона министрлығы вәкилдәре “ғәйепле билдәле, компенсацияны унан талап итегеҙ” тип яуаплылыҡтан ҡотолорға теләй. Өфө районы суды иһә дәғүәне өлөшләтә ҡәнәғәтләндерә, һөҙөмтәлә һалдаттың әсәһе һәм атәһына – 900 меңешәр һум, ә бер туғанына 700 мең һум түләргә тигән ҡарар сығара.
“Ниндәй генә хәлдә лә, улыбыҙҙы ҡайтарыу мөмкин түгел. Беҙ бит уны армияға ебәреп ерләү өсөн үҫтермәнек... Һәр яҡлап ярҙам күрһәткән барыһына ла рәхмәт. Айырыуса беҙҙең хәҙрәткә”, – тип күҙ йәштәре аша һөйләй Илдар Сиражевтың әсәһе.
Ғаиләнең адвокаты белдереүенсә, хәҙер Оборона министрлығының, суд ҡарарын көсөнән сығарыу өсөн, юғары инстанциялағы судҡа мөрәжәғәт итеүе көтөлә. Тимәк, эш дауам итә...