Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Облачно
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
7 Июня 2021, 06:14
Лагерға бараһыңмы? Ошо ҡағиҙәләрҙе үтә
Был йәйҙә лагерға, шифаханаға барырға мөмкин, Аллаға шөкөр. Ә нисек әҙерләнергә, нимәләр алып барырға?..
Был йәйҙә лагерға, шифаханаға барырға мөмкин, Аллаға шөкөр. Ә нисек әҙерләнергә, нимәләр алып барырға?
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте тәҡдим иткән кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер,моғайын. Беренсенән, сумаҙан йә ҙур сумкағыҙҙы бүтәндәрҙеке менән бутамаҫ өсөн берәй билдә һалығыҙ. Айырым әйберҙәрегеҙҙе лә билдәләп ҡуйһағыҙ, тағы ла һәйбәтерәк.
Икенсенән, лагерға үҙегеҙ яратып кейгән, тикшерелгән кейем-һалымды алығыҙ. Йыш ҡына китер алдынан махсус рәүештә яңы әйберҙәр һатып алалар, уңайлымы-юҡмы, һалып алып китәләр. Өҫтәүенә, уларҙы үҙеңдекеме икәнен танымай тороуың да бар. Тиҙ бысрана торған асыҡ төҫтәге футболкалар бик уңайлы булмаҫ. Аяҡ кейеме лә тикшерелгән, кейеп ҡаралған булырға тейеш, өр-яңыны алып барыу ул тиклем дөрөҫ түгел. Шулай уҡ лагерға спорт кейеме генә һалып алған уҡыусылар ҙа тантаналы сараларҙа нимә кейергә белмәй аптыраясаҡ. Һаубуллашҡанда теләктәр яҙыу өсөн бер аҡ футболка ҡамасауламаҫ.
Ҡиммәтле телефондың да лагерҙа кәрәге юҡ. Юғалыуы, урлауҙары бар. Ҡайһы бер урындарҙа барып урынлашҡас , гаджеттарҙы йыйып алалар. Атай-әсәйҙәргә тәүге көндәрҙә балаларына шылтыратмай торорға кәңәш ителә. Сөнки яңы урынға өйрәнеп китергә ҡамасаулаясаҡһығыҙ.
Балаларға тәм-том, һаулыҡҡа зарарлы ризыҡтар биреп ебәреү йәки Ата-әсәләр көнөндә алып барыу ҙа кәрәкмәй. Лагерҙа дөрөҫ туҡланыу ойошторолған, бәлки, уҡыусылар ҙа ошоға ғәҙәтләнеп китер.
Ялығыҙ матур үтһен!
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"