Юбилярҙы күркәм байрамы менән ҡотларға уның балалары, яҡындары йыйылды. Миңлеғәле Алламорат улын тәбрикләп, Хәйбулла районы ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова уға РФ Президенты Владимир Путиндың, Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбировтың һәм Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Шулай уҡ был көндә юбилярға рәсми рәүештә һуғыш осоро балаһы статусын биргән махсус таныҡлыҡ та тапшырылды.