Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 14:31

Эшкәртелгән биләмәләрҙә еләк-емеш, үлән, бәшмәк йыйырға мөмкинме?

25 июнгә тиклем граждандарға Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондарындағы урмандарға барыу һәм транспорт менән инеү тыйылғаны хаҡында иҫкәртеп яҙҙыҡ. Белгестәр аңлатыуынса, эшкәрткән ваҡытта ла, унан һуң да...

Халыҡ: “Эшкәртелгән биләмәләрҙә еләк-емеш, үлән, бәшмәк йыйырға мөмкинме?” – тип ҡыҙыҡһына. Белгестәр аңлатыуынса, эшкәрткән ваҡытта ла, унан һуң да карантинды күҙәтергә кәрәк, йәғни ун көн үткәнсе еләк-емеш, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйыу тыйыла, һөт биргән малды – биш көндән, быҙау һәм башмаҡтарҙы өс көндән һуң ғына был урындарға ебәрергә мөмкин. Тыйыуҙар бесән сабыуға ҡағылмай.
Башҡортостан урман фонды ерҙәрендә зыянлы ҡоротҡостар сығанағын бөтөрөү буйынса саралар үткәреүгә ярашлы, республика Урман хужалығы министрлығының 4 июнендәге бойороғо нигеҙендә, 5 июндән 25 июнгә тиклем граждандарға Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарындағы урмандарға барыу һәм транспорт менән инеү тыйылғаны хаҡында иҫкәртеп яҙҙыҡ. Документҡа ярашлы, министрлыҡҡа ҡараған учреждениелар (урмансылыҡтар, урман хужалыҡтары) урындағы үҙидара органдары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы менән берлектә ошо тыйыуҙарҙы халыҡҡа киң еткереү буйынса эш алып бара. Патруль-маневр төркөмдәре булышлығында ведомство-ара күҙәтеүҙәр ойошторола, граждандарҙың тәртип режимын үтәүе тикшерелә.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы республика халҡынан был ваҡытта урманға барыуҙан һәм унда транспорт менән инеүҙән тыйылып тороуҙы һорай.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас