Яңылыҡтар
6 Июнь 2021, 03:25

Сөгөлдөрҙө дөрөҫ бешерәһегеҙме?

Был бик файҙалы йәшелсәне тиҙ арала бешереү, шул уҡ ваҡытта төҫөн һәм тәмен һаҡлау буйынса биш кәңәш.

Сөгөлдөрҙө тиҙ арала бешереү, шул уҡ ваҡытта төҫөн, тәмен дә һаҡлау буйынса биш кәңәш.
1. Сөгөлдөрҙө мотлаҡ ҡайнаған һыуға һалығыҙ. Һыуыҡ һыу йылынған ваҡытта ул тәмен юғалта. Шулай уҡ тамыраҙыҡтың “ҡойроҡ”тарын ҡырҡмағыҙ, юғиһә был урын аша байтаҡ һут һыуға ағып сығып, йәшелсәнең тәмен, төҫөн юғалтыуға булышлыҡ итә.
2. Йәшелсә бешкән һыуға тоҙ һалмағыҙ. Уны күпме өҫтәһәгеҙ ҙә, сөгөлдөр ҡабығы аша үтеп, йәшелсәне тейешенсә тоҙламаясаҡ. Шулай уҡ тоҙло һыуҙа бешһә, формаһын нығыраҡ юғалта, йәғни бәлйерәп төшә.
3. Һыуыта-һыуыта бешерәбеҙ. Ҡайнап ултырған һыуға сынаяҡтың өстән бер өлөшө тиклем һыуыҡ һыу йәки бер-ике киҫәк боҙ һалһағыҙ, йәшелсәгеҙ күпкә тиҙерәк әҙер булыр. Был алым фасоль, борсаҡ бешергәндә лә ҡулланыла.
4. Күптәр аш һеркәһе ҡулланырға кәңәш итә. Эйе, ул йәшелсәнең төҫөн һаҡларға булышлыҡ итә, шуға күрә борщ бешергәндә лә аҙ ғына өҫтәйҙәр. Әммә сөгөлдөр осрағында ул кире һөҙөмтә биреүе лә ихтимал: тамыраҙыҡ ҡаты килеш ҡалыуы бар. Әгәр теләһәгеҙ, һынап ҡарағыҙ.
5. Сөгөлдөрҙө артыҡ оҙаҡ бешермәгеҙ. Утта оҙаҡ ҡайнаған йәшелсә һоро төҫ аласаҡ, тәме лә үҙгәрәсәк. Шулай уҡ йәшелсәне талғын утта ғына бешерергә кәңәш ителә, шәп ҡайнатыу һутының юғалыуына килтерәсәк. Тағы бер кәңәш: әгәр сөгөлдөр татһыҙыраҡ булһа, ҡайнаған һыуына бер аш ҡалағы шәкәр өҫтәгеҙ.
Фото: street-foods.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас