Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының 2021 йылдың 4 июнендәге приказына ярашлы, республика урман фонды ерҙәрендә зыянлы организмдарҙы бөтөрөү буйынса саралар уҙғарылғанға бәйле 5 июндән 25 июнгә тиклем Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр һәм Күгәрсен райондарындағы урмандарҙа граждандарға булырға һәм транспорт менән инеүгә сикләү индерелә.
Ошоға бәйле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы учжреждениялар (урмансылыҡтар һәм урман хужалыҡтары) урындағы үҙидара органдары һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының республика буйынса Баш идаралығы подразделениелары менән берлектә киң мәғлүмәт саралары аша урмандарҙа граждандарҙың булыуына ваҡытлыса сикләүҙәр индереү һәм уның ғәмәлдә булыу осоронда халыҡты иҫкәртеү буйынса эштәр дауам итәсәк.
Патруль-маневр төркөмдәре менән берлектә көн һайын урман хужалығы территорияларын ведомство-ара патрулләү уҙғарыла һәм граждандарға урмандарҙа булыуҙы һәм транспортта уларға инеүҙе сикләү режимын контролгә ала.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы граждандарға урмандарҙа булыуҙы һәм транспортта уларға инеүҙе сикләү ғәмәлдә булған осорҙа республика халҡын урмандарға барыуҙы кисектереп тороуҙы һорай.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы