Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республикала йәйге ялды ойоштороуға арналған брифинг үтте.
БЮТ һәм Башҡортостандың Идара итеү үҙәге тура эфирҙа ойошторған сарала яуаплы белгестәр балалар өсөн һауыҡтырыу кампанияһы, ғаилә менән ял итеү, республикала булдырылған туристик маршруттар, хәүефһеҙлек талаптарына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Тура эфирҙың төп спикерҙары сифатында республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова сығыш яһаны. Шулай уҡ тура бәйләнештәге һөйләшеүҙә "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов, туристик маршруттар менән шөғөлләнеүселәр, балалар лагерҙары етәкселәре, ата-әсәләр ҡатнашты.
Белеүебеҙсә, быға тиклем әлеге тема буйынса ойошторолған брифингта Туристик кешбэк программаһы тураһында ентекле аңлатма биргәйнеләр. Әлеге ваҡытта ул эшләй башланы.
Туристик кешбэк – ил Президенты Владимир Путин тарафынан йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнеп, балалар лагерҙарына юлламаның 50 процентын кире ҡайтарыуға мөмкинлек биргән федераль программа. Уның ярҙамында мирпутешествий.рф сайты аша һатып алынған юлламаларҙың ярты хаҡы компенсациялана. Бынан тыш, республикала балалар ялын хәстәрләүгә йүнәлтелгән төбәк программаһы ла уңышлы эшләй. Дөйөм алғанда, ике программа буйынса юллама хаҡының 80 процентҡа тиклем өлөшөн кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Бөгөнгө брифингта белгестәр ошо яңылыҡҡа ҡағылышлы һорауҙарға тағы берҙе ентекле аңлатма биреп үтте.
Әлеге ваҡытта республиканың 24 балалар лагеры мирпутешествий.рф сайтында теркәлгән, бынан тыш, һигеҙ ял учреждениеһы туристик операторҙар аша эш итә. “5 июндән уларға тағы 15 балалар лагеры өҫтәләсәк, йәғни туристик кешбэк программаһы буйынса юллама алыу мөмкинлеге киңәйә бара”, - тине мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова.
Брифингта ғаилә менән ял итеү, шулай уҡ бәләкәй балалар йәки оло йәштәгеләр менән бергә ялға юлланыу үҙенсәлектәре, республикала улар өсөн булдырылған туристик маршруттар, уңайлыҡтар, Өфө ҡалаһы буйлап ике ҡатлы автобуста ойошторолған экскурсия шарттары, “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” программаһы тураһында һорауҙар яңғыраны. Уларҙың барыһына ла Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова һәм ведомство белгестәре ентекле яуап бирҙе.
"Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов йәйге миҙгелде хәүеф-хәтәрһеҙ үткәреү талаптары, пандемия шарттарындағы санитар нормалар, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙө.
Тура эфир мәлендә ҡабул ителгән бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, уларҙың барыһы ла Башҡортостандың Идара итеү үҙәге тарафынан иҫәпкә алынды һәм эфирҙан тыш та мотлаҡ яуаптар биреләсәк, тип билдәләнде.