Районда һәр мәҙәни сара “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбленән башҡа үтмәй тиһәк, һис кенә лә арттырыу булмаҫ. Төрлө байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа, мәҙәни кисәләрҙә халыҡҡа йыр-моң өләшкән, боронғо йолаларҙы тергеҙгән, быуындар бәйләнешенең өҙөлмәүен тәьмин иткән коллективтың барлыҡҡа килеүенә 35 йылдан ашыу ваҡыт үткән.
Милли мираҫты һаҡлауҙы маҡсат иткәндәр
Уҙған йыл был талантлы ансамблдең күркәм юбилейын ҙурлап үткәрергә уйлағайнылар ҙа, әммә коронавирусҡа бәйле хәлдәр ҡамасауланы. Күптән түгел “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбленең бик матур юбилей сараһы булды. Коллективҡа үҙ эшенең оҫтаһы Миңзифа Ишемғолова оҙаҡ йылдар етәкселек итә, төрлө быуын халыҡ таланттарын бергә туплап, уларҙы уңыштарға сәмләндерә.
Районда тәүге көндәрҙән үк киң билдәлелек яулаған “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбле 1985 йылда төҙөлә. Уның барлыҡҡа килеүендә йырсы, сәсәниә, һәүәҫкәр фольклорсы һәм этнограф Әсмә Усманованың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы байтаҡ йылдар ансамблдең алмаштырғыһыҙ етәксеһе була. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, онотола барған йыр-моңон йәш быуынға еткереү, уны тергеҙеү һәм тыуған төбәккә генә хас өлгөләрен халыҡҡа ҡайтанан күрһәтеү, милли мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу – ансамблдең төп маҡсаттарының береһе. Шуныһы ҡыуаныслы: “Ҡош юлы” ағзалары бөгөнгә тиклем был традицияға тоғро. Йылдар дауамында ансамблдең репертуарында йола фольклоры өлгөләре, йырҙар, ҡобайырҙар, бәйеттәр, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар, йырлап йәки таҡмаҡ әйтеп бейеү күренештәре төп урынды ала, шуға күрә бында шөғөлләнгәндәрҙең барыһы ла йырлай, рәхәтләнеп бейей, гармунда оҫта уйнай.
Бөгөн ансамблдә 40-ҡа яҡын кеше шөғөлләнә, шуларҙың яртыһы төп төркөмдө тәшкил итә. Райондың танылған бейеүселәренең береһе Алһыу Юлдашбаева – өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле булһа алыштырғыһыҙ солист. Әйткәндәй, ул “Ҡош юлы”ның тәүге ағзаларының береһе лә. Коллективта иң олоһо булған Тәнзилә Ҡыҙрасоваға 85 йәш, Эльвира Таҡалова унан саҡ ҡына ҡалыша, ә Фәнисә Ҡыуандыҡова иң йәше – уға 45 кенә әле.
Башҡа ансамблдәрҙән айырмалы рәүештә, “Ҡош юлы”нда гармунсы, баянсы һәм ҡумыҙсыларҙың булыуы һәр сараға үҙенсәлекле биҙәк, йәм өҫтәй. Гармунсыларҙың сығышын, улар өҙҙөрөп уйнаған көйҙәргә йыр-бейеүҙәрҙе һәр урында тамашасылар көтөп ала, үҙҙәре лә ошо дәртле моңдарға ихлас бейеп китә. Ғәлимйән Ултыраҡов иһә оҙаҡ йылдар ансамблдең гармунсыһы булып сығыш яһай.
Уларҙы һәр ерҙә көтөп алалар
“Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбле коллективы ҙур, татыу ғаиләне хәтерләтә. Йыл һайын район, ҡала, республика, төбәк-ара мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Мәҫәлән, 2010 йылдан алып “Шәл”, “Ҡорама” республика фестивалдәрендә Гран-при, дипломант исемдәрен алғандар. 2011 йылда “Тере шишмәләр” республика фестивалендә һәм “Ашҡаҙар таңдары”нда өсөнсө урынға лайыҡ булғандар. Сәрүәр Сурина алып барған “Орнамент” тапшырыуында ла төшөргә өлгөргәндәр, бында улар “Ҡаҙ мамығынан юрған эшләү”ҙе күрһәтһә, ансамблдең иң уңған ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Венера Айсауытова икенсе тапшырыуында “Ҡорама туй” эшен тәҡдим иткән.
Һуңғы йылдарҙа “Бауырһаҡ”, “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивалдәрендә, “Мөнәжәт”, “Таҡмаҡ” бәйгеләрендә Гран-при яулағандар. Свердловск өлкәһендә, Мәскәү ҡалаһында үткән һабантуй байрамдарында райондың тормош-көнкүреш әйберҙәрен, аш-һыуын, милли йолаларын бүтән милләт халҡына күрһәтеүҙә һәм танытыуҙа ансамбль коллективының роле ҙур.
Әйткәндәй, райондағы ҙур сараларҙа “Ҡош юлы” – фольклор майҙансығын, күргәҙмә залдарын ойоштороусы, төрлө конкурстарҙы башлап ебәреүсе, күмәк тамашаларҙы биҙәүсе лә. Репертуарҙарында башҡорт халыҡ фольклоры, шул иҫәптән Хәйбулла төбәгенә хас йолалар ҙур урын алып тора. Урындағы фольклорҙы йәш быуынға еткереү, ғаилә һәм милли традицияларҙы дауам итеү, быуындар бәйләнешен булдырыу, онотола барған шөғөлдәрҙе тергеҙеү, төрлө йолаларҙы сәхнәләштереү – бөгөн уларҙың төп маҡсаттарының береһе.
Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлауҙа һәм таратыуҙа “Ҡош юлы”ның хеҙмәте ғәйәт ҙур. Уйлап ҡараһаң, ансамблгә һәр кем үҙенең күңел ҡушыуы буйынса йөрөй, уларға бер ниндәй ҙә аҡса түләнмәй. Әммә йөрәктәре йәш, дәрттәре ташып тора, үҙҙәре һәр саҡ үҫеш, эҙләнеү һәм камиллашыу өҫтөндә даими эшләй. Йырлы-моңло “Ҡош юлы”нан барыусыларҙың барыһы ла – Хәйбулла таланттары – халыҡ моңона, йолаларына, сәнғәтенә ҡанат ҡуйыусылар, быуындан-быуынға күскән мәҙәни мираҫты лайыҡлы дауам итеүселәр, халҡыбыҙға рух, көс, дәрт биреүселәр.
Райондың оло быуын таланттарын бер майҙанға йыйып, һәр береһенең һәләтен асып, сәхнәлә ысын мәғәнәһендә йәйғорҙай балҡышлы концерттар ҡуйылыуы – һис шикһеҙ, ошо халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Миңзифа Ишемғолованың оло хеҙмәт емеше. Ҡасандыр Әсмә Усманова ойошторған ансамблдең ижади эшмәкәрлеген лайыҡлы дауам итеп, уны үҙенсә балҡытып һәм өр-яңы бейеклектәргә күтәреү – уның тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре, даими эш алып барыуы һөҙөмтәһе. Шулай уҡ район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Мәмбәтова, район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Шороховаға ла рәхмәт әйтә ансамбль, улар коллективтың сәхнә кейемдәрен тектереүҙә, төрлө конкурстарҙа сығыш яһау өсөн транспорт бүлеүҙә һәр саҡ ярҙам күрһәтә. Күптән түгел “Ҡош юлынан – 35 йыл” тип аталған юбилей концерты ҙур аншлаг менән үткән.
Йолаларҙа тарих сағыла
Ысынлап та, “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбленең төп репертуарын йола фольклоры тәшкил итә. Һуңғы ваҡытта туй йолаларын тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға еткереү, сәхнәләштереү кеүек байтаҡ эш башҡарылған. Мәҫәлән, туй йолаларының береһендә “Буйҙаҡ ҡоҙа” тип аталған күренеш бар. Кейәү яғынан килгән буйҙаҡ егеттәр кәләш яғынан үҙҙәренә ҡыҙ күҙләгән. Шулай уҡ онотола барған “Һарыуыс” йолаһын да тергеҙгәндәр. Бында ике яҡтан килгән ҡоҙалар бер-береһенә бүләк биргән. Бүләктәргә ҡарап, ҡоҙаларҙың дәрәжәһен һынар булғандар. “Килен төшөрөү” йолаһын атҡарғанда, “Ҡош юлы” инәй-еңгәләре ҡунаҡтарҙы ете төрлө милли ризыҡ менән ҡаршы ала. Уларҙың һәр береһенә бағышлап теләктәр әйтелә. Ҡыҙ оҙатҡандағы сеңләүҙәр ҙә – халҡыбыҙҙың ғәжәп үҙенсәлекле ғөрөф-ғәҙәттәренең береһе. Киленде һыу башлатыу, “Ҡунаҡтарҙы сыбыртҡылау”, “Ҡоҙаса самауырҙары” килен һөйөү, кейәү һыйлау кеүек онотола барған йолаларҙы ла башҡара улар.
“Ҡош юлы” буйлап барыусыларға артабан да уңыштар насип булһын. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлап ҡалыуҙа, уны йәш быуынға еткереүҙә улар башҡарған эштәрҙе баһалап бөткөһөҙ. Артабан да йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре, гармун тауыштары яңғырап торһон, сәхнәләштергән халыҡ йолалары, шөғөл-кәсептәр, байрам, уйындар йәштәрҙең күңеленә барып етһен, улар киләсәктә ансамблдең ижадын лайыҡлы дауам итеүселәр булһын.
Хәйбулла районы.