Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 06:17

ПРЕЗИДЕНТТАР ОСРАШЫУЫНДА КҮТӘРЕЛӘСӘК ТЕМАЛАРҘЫҢ БЕРЕҺЕ

..

Рәсүл Байгилдин

16 июндә Женевала Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Джо Байден осраша, тип яҙғайныҡ.
Аҡ йорттоң рәсми вәкиле Джен Псаки белдереүенсә, ике дәүләт етәксеһе һөйләшеүе барышында күптән булған JBS компанияһына хакер һөжүме күтәрелеүе ихтимал. Һөжүм арҡаһында донъялағы иң ҙур ит етештереүсенең төрлө илдәрҙә урынлашҡан предприятиелары туҡтап ҡалған. АҠШ белгестәре фекеренсә, атаканы енәйәтселәр Рәсәй биләмәһендәге серверҙар аша эшләгән.
Читайте нас