Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 06:13

Балалар һүрәттәре конкурсы башланды

«Разноцветные капли» конкурсы 2014 йылдан алып ойошторола. Ул Рәсәйҙәге һыу ятҡылыҡтарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә арналған. ..

«Разноцветные капли» конкурсы 2014 йылдан алып ойошторола. Ул Рәсәйҙәге һыу ятҡылыҡтарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә арналған. Ошо ваҡыт арауығында 60 меңдән ашыу эш ҡабул ителгән. 2020 йылда «Разноцветные капли» конкурсы халыҡ-ара кимәлгә күтәрелгән. Украина, Белоруссия һәм Төркиәнән дә ҡатнашыусылар булған. Бәйге Рәсәй Федерацияһының Һыу ресурстары федераль агентлығы тарафынан Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ярҙамында ойошторола.
Быйыл ҡатнашыусыларҙы теркәү һәм эштәрҙе ҡабул итеү www.рисуюводу.рф сайтында Халыҡ-ара балалар көнөндә башланды. Ижади эштәрҙе һынлы сәнғәт алымының теләгән төрөндә башҡарырға мөмкин, улар «Водный комикс», «Водные профессии будущего», «Будущее воды – в моих руках», «Мотивационный плакат», «Наш водоём – наше богатство», «Обитатели берегов», «Подводный мир» тигән 8 номинация буйынса ҡараласаҡ. «На страже воды» махсус номинацияһында һыу ресурстарының супер геройы һүрәткә төшөрөргә ҡушыла. Уның еңеүсеһен тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Александр Козлов үҙе һайлаясаҡ.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла исемле дипломдар һәм конкурс партнёрҙарынан сертификаттар биреләсәк. Номинацияларҙа еңеүселәр һәм Гран-приға эйә булыусыға бүләктәр тапшырыласаҡ. Улар араһында хобби-гипермаркетына сертификаттар, график планшеттар һәм стилус менән Apple iPad та бар.
Конкурс эштәре 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр 15 октябрҙә билдәле буласаҡ.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас