Кисә иртә менән Өфө ҡалаһында фажиғәле хәл теркәлгән. Софья Перовская урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың тәҙрәһе янында йәш ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табылған. Уға яҡынса 20 йәштәр тирәһе. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, вафат булыусы бейеклектән ҡолап, һәләк булған. Күршеләре белдереүенсә, ваҡиға алдынан уның йәш кеше менән талашыуҙары, ҡысҡырышҡан тауыштары ишетелгән.
Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре килгәндә, ҡыҙ йән биреп өлгөргән була. Әле ваҡиға буйынса оператив-тәфтиш төркөмө эшләй, үлем осрағы тикшерелә.
Ата-әсәләрҙе йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: балаларығыҙҙың нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың даими рәүештә хәлдәрен белегеҙ. Һәр саҡ уларға терәк һәм кәрәк икәнлегегеҙҙе, уны яратыуығыҙҙы иҫкәртеп тороғоҙ. Йәштәр ни тиклем үҙаллы булырға тырышһалар ҙа улар һәр саҡ ололарҙың кәңәшенә һәм ярҙамына мохтаж. Аҙаҡ һуң булып ҡуймаһын...