Бөгөн унда халыҡ-ара иҡтисад форумы башланды. Эшлекле йыйындың төп темаһы “Донъя пандемиянан һуң” тип атала. Унда һаулыҡ һаҡлауға ярҙам иткән технологиялар менән таныштырыу була. Иҡтисад форумында Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Уны республика башлығы Радий Хәбиров етәкләй.