Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 07:16

Иғтибар – химик утау

*

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге ауыл биләмәләре башлыҡтарын, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барған граждандарҙы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәрен район биләмәләрендә ауыл хужалығы культуралары баҫыуҙарында химик утау башланыуы тураһында иҫкәртә.
Ауыл хужалығы хайуандары хужаларын баҫыуҙарҙы тапатыуға, малдарҙың һәләк булыуына юл ҡуймауығыҙҙы һорайбыҙ.
Шулай уҡ умарталыҡтар хужаларын, бал ҡорттары һәләк булмаһын өсөн сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү урынынан 4,5 км радиуста бал ҡорттарының осоуын сикләргә кәрәк.
Читайте нас