Май башында күршеләрҙә – Ҡазанда бар донъяны тетрәндергән фажиғә булғайны. 19 йәшлек егет элек үҙе уҡыған мәктәпкә ҡорал тотоп барып, ут аса. Һөҙөмтәлә туғыҙ кешене, шул иҫәптән ете баланың ғүмерен өҙҙө.
Был фажиғәнән һуң енәйәтсе тураһында күп кенә һөйләнеләр. Имеш ул тәүҙә тыныс, ғәҙәти бала булған, һуңғы айҙарҙа үҙгәргән һәм үҙен насар тота башлаған. Ата-әсәһе, дуҫтары һәм таныштары менән аралашмаған һәм башҡалар.
Ошо көндәрҙә Илназдың атаһы тәүге тапҡыр “Baza” баҫмаһы хәбәрселәре менән аралашҡан. Ир кеше белдереүенсә, ул улынан баш тартырға йыйынмай. Теге хәлдән һуң улар Илназды бер тапҡыр ҙа күрмәгән. Уны Мәскәү ҡалаһына экспертизаға алып барғансы күрешмәйәсәктәр ҙә.
Нисек кенә булмаһын, бала бала инде. Улар ҙа балаларын яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа итә. Ошо арала уға кейем-фәлән алып барғандар, сөнки ул һаман ҡулға алынған кейемендә йөрөй икән.
Илназдың холҡона килгәндә, атаһы уның Яңы йылдан һуң бер ни тиклем боҙола башлауын һиҙгән. Тик әллә нимә эшләмәгән, ни бары ишекте ҡаты һуғып сығып киткеләгән. Ә яҙға ҡарай агрессияһы көсәйгән. Хәбәрселәр ата-әсәһе улын ҡалдырып күсеп киткән хәбәр ҙә дөрөҫ түгел тиҙәр. Улар ни бары икенсе фатирҙа ремонт яһаған һәм улдарын үҙҙәре йәшәгәнендә яңғыҙын ҡалдырғандар.
Ғаиләлә мөхит бик ауыр. Уларҙың икенсе улына кешеләр социаль селтәрҙәр аша “һеҙ үлтереүселәр” тип яҙалар икән. Илназдың әсәһе әле һаман шок хәлендә, ул урынынан тора алмай ята.
“Миңә иһә бер кем бер нимә тип әйтмәй. Киреһенсә эштә ярҙам итергә тырышалар. Улым менән осрашып һөйләшкем килә. Уның күҙенә ҡарарға кәрәк, әрләгем килә”, – тигән ир.