Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 16:46

"Бала өсөн туған телдең мөһимлеген һәр ата-әсә аңларға тейеш"

Белеүебеҙсә, федераль законда туған телде өйрәнеү ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) ғаризаһы буйынса ғәмәлгә ашырылыуы асыҡ итеп әйтелгән. Ғаризалар аҙ булыуға һылтанып, туған телде өйрәнеүгә мөмкинлек тыуҙырыуҙан баш тартыуға юл ҡуйылырға тейеш түгел.

Кисә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфө ҡалаһының И. Якутов исемендәге паркында үткән байрам ваҡытында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Ата-әсәләр комитеты мәғариф усаҡтарында белем биреү телен ирекле һайлау буйынса ғаризалар ҡабул итеүгә ҡағылышлы киң аңлатыу эштәре ойошторҙо.
Улар махсус баннер ҡуйып, ата-әсәгә методик рекомендациялар таратты, был мәсьәләнең мөһимлеген тейешенсә аңлап етмәгәндәргә дөрөҫ йүнәлеш бирҙе.
Белеүебеҙсә, федераль законда туған телде өйрәнеү ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) ғаризаһы буйынса ғәмәлгә ашырылыуы асыҡ итеп әйтелгән. Ғаризалар аҙ булыуға һылтанып, туған телде өйрәнеүгә мөмкинлек тыуҙырыуҙан баш тартыуға юл ҡуйылырға тейеш түгел.
Беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Ата-әсәләр комитеты рәйесе Эльвира Байназарова менән осрашып, әлеге йүнәлештә алып барылған эштәр хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ.
– Туған телде, беҙҙең осраҡта башҡорт телен өйрәнеүҙең мөһимлеген, телебеҙҙе һаҡлау, киңерәк танытыу зарурлығын аңлатыу йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып барабыҙ, ата-әсәләрҙең туған телгә мөнәсәбәтен өйрәнәбеҙ, әлеге ваҡытта ғариза яҙғанда уларға дөрөҫ йүнәлеш бирәбеҙ. Белорет районында, Салауат, Күмертау ҡалаларында осрашыуҙар үткәрҙек. Иртәгә Асҡын районына юлланырға йыйынабыҙ. Әлеге ваҡытта райондарҙа эшләп килгән башҡорт ҡоролтайҙары ҡарамағында ата-әсәләр комитеттары ойоштороу эшен алып барабыҙ. Был эш социаль селтәрҙәрҙә лә дауам ителә. “Бәйләнештә” селтәрендәге “Атай-әсәйҙәр комитеты” өс меңгә яҡын кешене берләштерә. Эшмәкәрлегебеҙҙе тағы ла киңерәк йәйелдереү, райондарҙа булдырыласаҡ комитеттарға әүҙем ата-әсәләрҙе йәлеп итеү уйы менән янабыҙ. Йәғни телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, балаларыбыҙ туған телен белеп үҫһен, саф башҡортса һөйләшһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Бының өсөн иң тәүҙә берҙәм булырға кәрәк. Берҙәм, рухлы, аңлы булһаҡ, ата-бабаларыбыҙҙан баһалап бөткөһөҙ рухи мираҫ булып ҡалған телебеҙ ҙә йәшәр, - тине Эльвира Митен ҡыҙы.
Ҡала шарттарында балаларын рус кластарында уҡытҡан йәки, туған телде өйрәнергә теләп тә, ғаризалар аҙ булыу сәбәпле был мөмкинлектән мәхрүм булған ата-әсәләр төплө кәңәштәр биргән, тел өйрәнеүгә хоҡуҡтың законлы нигеҙен аңлатҡан өсөн Ата-әсәләр комитеты әүҙемселәренә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Ата-әсәләр комитеты.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас