Яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 11:11

Телемде яратам, башҡортса һөйләшәм!

#ТелемдеЯратам #БашҡортсаҺөйләшәмОшондай хештегтар менән видеояҙмалар флешмобы башланды

5 июнгә тиклем башҡортса шиғыр ятлап йә берәй әҫәрҙән өҙөк һөйләп видеоға төшөрөргә, #БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы #ТелемдеЯратам #БашҡортсаҺөйләшәм хештегтары менән социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға кәрәк.

Бөгөн Яҡутов исемендәге паркта балалар байрамы үтә, унда Бөтә донъя башҡорттарының махсус майҙансығы эшләй. Флешмобта ҡатнашырға теләгәндәр өсөн шунда уҡ видео яҙҙырыу һәм милли кейемдәрҙә фотоға төшөү мөмкинлеге ойошторола. Һәр ҡатнашыусыға иҫтәлеккә бүләктәр ҙә буласаҡ.

Һәр башҡорт балаһы өйҙә туған телендә аралашырға, мәктәптә туған телен өйрәнергә тейеш! Бының өсөн беҙ – өлкәндәр, ата-әсәләр яуаплы!

Балаларыбыҙҙы туған телдәрен онотоуҙан һаҡлайыҡ, башҡорт телен өйрәнеү йәһәтенән уларҙың законлы хоҡуҡтарын яҡлайыҡ!

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БалаларКөнө #ДеньЗащитыДетей #БашҡортТеле #БашкирскийЯзык
Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас