Яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 11:19

Серәкәйҙән ҡотолоп буламы?

-

Көндәр йылытыу менән серәкәй ҙә сыҡты. Уларҙан ҡотолоу юлы бармы? Түбәндәге кәңәштәр ярҙамға килер.
  1. Муйыл йәки миләш япраҡтарын ваҡ ҡына итеп турап, һутын тәнгә һөртөргә кәрәк.
  2. Базилик, әнис һәм эвкалипт эфир майҙарын шәмгә, усаҡҡа, табаға бер нисә тамсы һалырға мөмкин. Йә һыу менән ҡушып бутап тәнгә һөрткәндә лә серәкәй яҡын килмәй.
  3. Тәбиғәткә сыҡһағыҙ, усаҡҡа артыш ботаҡтарын да һалығыҙ.
  4. Кедр майының еҫе серәкәйҙәрҙе генә түгел, себендәрҙе һәм тараҡандарҙы ла ҡурҡыта.
  5. Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.
    Фото:grizun-off.ru
    Читайте нас