Был турала һорау аҙна һайын үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелде.
Оператив кәңәшмәлә 2021 йылдың тәүге дүрт айы буйынса төбәк сәнәғәте эшенә йомғаҡ яһалды.
- Беҙҙең иҡтисад яйлап коронавирусҡа тиклемге кимәлгә сығып бара, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы халыҡ кәсептәрен яҡлау программаһын әҙерләү эшен Республика Хөкүмәтенә тапшырҙы. Был программа традицион халыҡ кәсептәрен үҫтереү йәһәтенән Башҡортостанда мөмкинлектәрҙе киңәйтер.
Тағы ла республика етәксеһе 2021 йылдың авгусында Башҡортостанда Урман форумы үтәсәге тураһында хәбәр итте.
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.