Яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 11:04

Бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны ҡасан һәм нисек алырға мөмкин?

-

Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталинаның белдереүенсә, 10 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны алыу өсөн ғаризаларҙы июль уртаһынан ҡабул итә башлаясаҡтар. “Аныҡ дата асыҡланасаҡ һәм был хаҡта ҡарар буласаҡ. Августа, әлегә дата аныҡ түгел, түләүҙәр бирелә башлаясаҡ. Ғаризалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителәсәк”, - тип хәбәр иткән Ольга Баталина Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығының Йәмәғәтселек советы кәңәшмәһендә.
Бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре йәки күп функциялы үҙәктәр, Пенсия фонды бүлексәһе, социаль яҡлау органдары аша алып буласаҡ. Ҡалған эште дәүләт атҡарасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тураһында һөйләгәндә, үрҙә әйтелгән түләүҙәр тураһында ла белдергәйне.
Фото:severpost.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас