Яңылыҡтар
1 Июня 2021, 10:59

Башҡортостан йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын ҡалдыра

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Ростислав Мырҙағолов отставкаһын ҡабул итеүҙе һорап ғариза яҙған. Документтың фотоһүрәтен ул социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә урынлаштырған. “Тамам! Таҙа намыҫ менән иреккә”, - тип яҙған Ростислав Мырҙағолов. Йәмәғәт палатаһы бындай ғаризаның барлығын раҫланы. Палата ағзалары ултырыш үткәрә, әле уның ваҡыты билдәләнә.