Яңылыҡтар
31 Май 2021, 06:11

СТӘРЛЕТАМАҠТА ЭШҠЫУАРЛЫҠ ФЕСТИВАЛЕ УҘҘЫ

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан..

Загида Мусина

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған фестиваль «Купец 2.0» исеме аҫтында уҙғарылды.
йәрминкәлә БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, БР Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлыҡ директоры Рәмил Хисмәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм ҡала Советы депутаттары ҡатнашты
Республиканың төрлө тарафтарынан килгән оҫталар үҙҙәре яһаған әйберҙәрҙе һатыуға ҡуйҙы. Халыҡ кәсептәренең иң өлгөлө һәм сифатлы продукциялары сығарылды. Йәнең теләгән әйберҙе тәмләп ҡарарға йәки һатып алырға мөмкин ине унда: етештереүселәр, фермерҙар алып килгән тәбиғи ризыҡтар, үлән сәйҙәре, балдан әҙерләнгән продукция, ҡомалаҡтан бешергән икмәк ризыҡтары, шоколад, тәбиғи аштар һ.б.
Сығанаҡ: ashkadar.rbsmi.ru
Читайте нас