Яңылыҡтар
31 Май 2021, 14:16

Ферманы йәшен һуҡҡан

Ямғыр ҡыуандырһа ла, унан, дөрөҫөрәге йәшендән, зыян күреүселәр ҙә булды. Бик йәл, һыйырҙар әрәм булды...

Кисә республиканың ҡайһы бер райондарында ай буйы көткән ямғыр яуҙы. Ул йәшене, күк күкрәүҙәре менән бергә килде. Ямғыр ҡыуандырһа ла, унан, дөрөҫөрәге йәшендән, зыян күреүселәр ҙә булды.
Кисә көндөҙ, күк күкрәгән мәлдә Ишембай районының Ишәй ауылындағы фермала янғын сыға. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр килә. 700 квадрат метр майҙанда ут тоҡаныуы күҙәтелә.
Шөкөр, ҙур янғында кешеләр зыян күрмәй. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мал янып үлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, туғыҙ баш һыйыр малы әрәм булған.
Янғындың сәбәбе – ферманы йәшен һуғыуы. Тәбиғәт стихияһына кеше ҡаршы тора алмай, ни бары уны ваҡытында һүндереүгә генә өлгәшә. Әле зыян күләме иҫәпләнә.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас