Бүребай ауылы майҙанында “Хәүефһеҙлек йәйе” ғаилә ялы үтте. Сара Хәйбулла районы ғаилә хеҙмәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм Бүребай “Металлург” ауыл мәҙәниәт йорто тарафынан ойошторолдо. Тиҙ ярҙам, ЮХХДИ һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәре менән таныштырҙы. Улар медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте, янғын һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.