Өфө ауылы күп функциялы клубының Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музейға 6-сы класс уҡыусылары экскурсияға килде. Сара арҙаҡлы ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевтың 130 йыллығына һәм Башҡорт тарихы йылына арналды. Балалар билдәле яҡташыбыҙ хаҡында, ҡурай тураһында байтаҡ мәғлүмәт алды, халҡыбыҙҙың бай тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлаған музей экспонаттары менән яҡындан танышты.