Яңылыҡтар
29 Май 2021, 20:17

"БОРОНҒО ЙОЛАЛАРҘЫ ҺАҠЛАУ: ҠАРҒА БУТҠАҺЫ"

Май аҙағының йәмле көнөндә Степной ауыл мәҙәниәт йорто ойошторған Ҡарға бутҡаһы байрамы айҡанлы Ҡараһыу ҡоҙоғо янына ауылдың ағинәйҙәре, апай-еңгәйҙәр, ҡыҙҙар, бала-сағалар йыйылғайны.Тирә-яҡ байрамса биҙәлгән, ҡолғаға балалар һәм ололар өсөн алдан әҙерләнгән бүләктәр эленде. Бутҡалар бешеп, самауырҙар ҡайнағансы, күркәм сара ике рәҡәғәт намаҙ һәм аят менән башланды. Алып барыусы "Ҡарға бутҡаһы" байрамының килеп сығышы менән таныштырҙы. Төрлө халыҡ уйындары уйнатылды, ҡоштарға, тәбиғәткә һәм ер-һыуға бәйле мәҡәлдәр әйтелеп, йомаҡтар сиселде, йырҙар йырланды.#ҠарғаБутҡаһы2021 #ВороньяКаша2021 #ОбрядовыйПраздник #КультураХайбуллы#АкъярРДК#СтепновскийСДК

Сараға йәм өҫтәп Аҡъяр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Р.З. Рәхмәтуллин, эштәр буйынса ярҙамсыһы Р.Р. Моратов һәм Хәйбулла районы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, Район мәҙәниәт йорто методисы М.И. Ишемғоловалар килгәйне, улар ҙа ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотлап, тәмле ризыҡтан ауыҙ иттеләр.

Артабан да Ҡарға бутҡаһы күңелле йыр-моң менән үрелеп барҙы. Ике команда эстафета, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, арҡан тартыу, "Аҡ тирәк, күк тирәк" уйындарында күңелле итеп ярыштылар.

Байрам аҙағында ямғыр???? теләү йолаһын тейешенсә үтәп, ҡарғалар өсөн төрлө урындарға ҡалған бутҡалар һалынды.
Көндөң эҫе булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштарҙың олоһо ла, кесеһе лә сарала ҡатнашып, күңелдәрен асып, киләһе йылдарҙа ла "тәбиғәт ҡосағында ошо йолалар дауам итһен ине" тип, ҡәнәғәт таралыштылар.

Барығыҙға ла ҙур рәхмәт әйтеп, һаулыҡтың нығын, ғүмерҙең бәхетлеһен, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙың сикһеҙен, ямғырҙар яуып, илгә муллыҡ килеп, бәрәкәтле тормош теләп ҡалабыҙ.

#ҠарғаБутҡаһы2021 #ВороньяКаша2021 #ОбрядовыйПраздник #КультураХайбуллы#АкъярРДК#СтепновскийСДК
Читайте нас