Яңылыҡтар
30 Май 2021, 14:19

Бер юлы 15 йәшлек ике үҫмер һыуға батҡан...

*

Кисә Өфө районы Нижегородка ауылында Дим йылғаһында һыу төшкәндә ике үҫмер (15 йәш) һыуға батҡан. Береһен йылға буйынан үтеп барған граждан ҡотҡарған, ә икенсе малайҙы таба алмаған.
Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килә. Һыу аҫтында эҙләнеү эштәренән һуң үҫмерҙең үле кәүҙәһен ярға сығаралар һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар.
Халыҡтың иң яратҡан, рәхәтләнеп ял итеп үткәргән йәйге мәлен күңелһеҙ осраҡтар боҙмаһын өсөн һыу төшкәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәү мотлаҡ.
* Хәүефле, шул иҫәптән иҫкәртеүсе һәм тыйыусы аншлагтар ҡуйылған урындарҙа һыу инеүҙән тыйылырға, эскән килеш төшмәҫкә саҡырабыҙ.
* Һыу температураһы +14 градустан түбән булған саҡта һыу инергә кәңәш ителмәй – ул бик һалҡын һанала. +20, +22 градус булғанда ғына һыу инеү иң яҡшыһы.
* Табиптар һыуҙа 20 минуттан да артыҡ йөҙөргә кәңәш итмәй. Был ваҡытты ла яйлап ҡына арттырырға кәрәк.
*Кескәйҙәр һәр ваҡыт ололар ҡарауы аҫтында ҡалырға тейеш. Әлбиттә, был ҡағиҙә бөтә йәштәге балаларға ла ҡағыла.
*Һыуға һикереү һәм сумыу хәүефле һәм үлемесле булыуы мөмкин.
Йәмле йәй миҙгеле күңелле үтһен, көтөлмәгән бәлә-ҡазаға юлыҡтырмаһын өсөн барыбыҙға ла ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә. Һаҡланыу саралары, уяулыҡ бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығы
Читайте нас