Яңылыҡтар
29 Май 2021, 19:33

Байрамға китеп барған булғандар...

Мәсетле районында ат егелгән арбаға тейәлеп, милли кейемдәрҙә гармунға йырлашып китеп барған кешеләр өҫтөнә юғары тиҙлектә машина килеп бәрелә.Юл фажиғәһе ҡот осҡос: биш кеше йәрәхәт алған. 65 йәшлек ҡатындың табаны өҙөлгән. Ат ҡаты йәрәхәтләнә, уны мәжбүри йоҡлаталар.

Республика ЮХХДИ-һының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Яңы Мөслим ауылы кешеләре ауыл янында үткән байрамға йүнәлгән була.
Юлдан һулға боролғанда Балаҡатай районынан 53 йәшлек ир идара иткән Toyota Avensis автомобиле юғары тиҙлектә арбала барғандар өҫтөнә барып менә. Юл фажиғәһе ҡот осҡос: биш кеше йәрәхәт алған. 65 йәшлек ҡатындың табаны өҙөлгән. Ат ҡаты йәрәхәтләнә, уны мәжбүри йоҡлаталар.
Фото и видео: пресс служба ГИБДД РБ
Читайте нас